Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Июль 2021, 13:30

Эште сентябрь аҙағына тамамларға ниәтләйҙәр

Торналы ауыл мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт яһала.

Эште сентябрь аҙағына тамамларға ниәтләйҙәр
Эште сентябрь аҙағына тамамларға ниәтләйҙәр

Салауат районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли  проектының “Мәҙәни мөхит”  төбәк проектына ярашлы, Торналы ауыл мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт яһала. Тиҙҙән мәҙәниәт усағы заманса талаптарға яуап бирәсәк.

Әле бында һүтеү эштәре тамамланған, төҙөүселәр бинаның тышҡы стеналарын йылытыу менән шөғөлләнәләр. Иҫке тәҙрәләр өр-яңы евро тәҙрәләргә алмаштырылған. Санузелды төҙөкләндереү ахырына яҡынлаша. Ремонтты сентябрь аҙағынан тамамларға ниәтләйҙәр.

Мәғлүм булыуынса, “Мәҙәни мөхит” проектының маҡсаты – мәҙәниәт инфраструктураһын үҫтереү, халыҡтың мәҙәниәт өлкәһендәге хеҙмәттәрҙән файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу. Проект ауыл ерендәге мәҙәни-ял учреждениеларын төҙөкләндереүгә, яңыларын төҙөүгә йүнәлтелә.

 

 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/128287

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/128287

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: