Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Июль 2021, 16:30

"Башҡортостан продукты" танылыу яулай

Был сумкаларҙы Рәсәйҙә Калининградтан алып Владивостокка тиклем, хатта Америкала, Германияла, Һиндостанда осратырға мөмкин. 

"Башҡортостан продукты" танылыу яулай
"Башҡортостан продукты" танылыу яулай

Өфөнөң «БЕЗ ЗАТЕЙ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте “Башҡортостан продукты” проектының 558-се ҡатнашыусыһы булды.

Ай дауамында предприятие ҡануниәт, етештереү шарттарын үтәү  талаптарына яуап биреү буйынса документтарҙы тикшереү этабын уңышлы үтте һәм комиссияның ыңғай эксперт баһаһын алды. Быны БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы дипломы дәлилләй.

- Проектта ҡатнашыу киләсәктә предприятиеның үҫешенә тағы ла булышлыҡ итер тип ышанабыҙ, - тип билдәләне БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Ойошма етендән эко-сумкалар, промо-рюкзактар, муҡсалар, тауар төргәктәр тегеү, макеттарын эшләү һәм мисәтләү менән шөғөлләнә. Продукция текстиль етештереүҙә заман талаптарын иҫәпкә алып экологик материалдарҙан әҙерләнә. Предприятиела етештерелгән тауарҙың сифаты контролгә алынған.

“Предприятие 2005 йылдан алып эшмәкәрлек итә. Дөйөм тиражы 1 900 000 дана тәшкил иткән сумкаларыбыҙҙы Рәсәйҙә Калининградтан алып Владивостокка тиклем, хатта  Америкала, Германияла, Һиндостанда осратырға мөмкин. Беҙҙең предприятие уникаль, беҙ үҙебеҙгә эшкә үҙенсәлекле фекер йөрөткән кешеләрҙе йәлеп итәбеҙ. Өфөлә интеграцион, үҙенсәлекле оҫтаханалар ойошторабыҙ. Улар “Улей” йәмғиәт үҙәгендә урынлашҡан. Проектта ҡатнашыу клиенттарҙы йәлеп итергә, продукциябыҙға ҡыҙыҡһыныу уятырға ярҙам итер тип ышанабыҙ”, – ти ойошма директоры Татьяна Хлёсткина.

“Без затей” йәмғиәте аҙыҡ-түлек булмаған продукция етештереүсе проект дипломанттары исемлеген тулыландырҙы. Ағымдағы йылдан “Башҡортостан продукты” Бөтә Рәсәй классификаторы буйынса иҡтисад эшмәкәрлеге төрҙәренә сикләүҙәрҙе бөтөрҙө. Был сара проектта аҙыҡ-түлек кенә түгел, ә башҡа төр продукция  етештереүселәр ҙә үҙ тауарын эске һәм тышҡы баҙарҙа һатыуға мөмкинлек алһын өсөн эшләнде.

Әйткәндәй, бөгөн “Башҡортостан продукты” проектында 558 республика предприятиеһы ҡатнаша. Шуларҙың 65-е аҙыҡ-түлек булмаған тауар етештерә. Теләүселәр проектта бушлай ҡатнаша ала. Был хаҡта тулыраҡ белешмә productrb.ru сайтында бирелгән. 

Республика предприятиеларына ил күләмендә һәм сит илдәрҙә танылырға мөмкинлек биргән проект ил Президенты В.В. Путиндың май указдарында билдәләнгән "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты ҡуйған бурыстарҙы үтәүгә лә булышлыҡ итә. 

 

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: