Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Июль 2021, 12:15

Коррекция мәктәптәренең матди-техник базаһы яңыртыла

Был мәктәптәрҙе йыһазландырыу өсөн ҡаҙнанан 14 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Коррекция мәктәптәренең матди-техник базаһы яңыртыла
Коррекция мәктәптәренең матди-техник базаһы яңыртыла

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, ике коррекция мәғариф ойошмаһында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проекты нигеҙендә матди-техник базаны яңыртыу дауам итә. Был мәктәптәрҙе йыһазландырыу өсөн федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 14 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Белорет һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн коррекция мәктәбендә һәм Стәрлетамаҡтың 25-се коррекция мәктәбендә барлыҡ һатып алыу ғәмәлдәре башҡарылған, белем биреү ойошмаларына яңы ҡорамалдар килә башлаған.

Сауҙалашыу һөҙөмтәһендә экономияланған аҡса, Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы менән алдан килешеү буйынса, йыһаз эше, тегеү оҫтаханаларын өҫтәмә байытыуға йүнәлтеләсәк. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡтағы 25-се һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн коррекция мәктәбе был аҡсаға столяр эше буйынса тағы ла бер кабинет асырға ниәтләй.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: https://education.bashkortostan.ru/presscenter/news/383989/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/129115

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: