Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Июль 2021, 08:00

Ҡабаҡта паркты төҙөкләндереү эштәре тамамлана

Планға ярашлы, эштәр 30 августа тамамланырға тейеш, әммә уны ваҡытынан алда, аҙна эсендә бөтөрөргә ниәтләйҙәр.

Ҡабаҡта паркты төҙөкләндереү эштәре тамамлана
Ҡабаҡта паркты төҙөкләндереү эштәре тамамлана

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” муниципаль программаһына ярашлы, Ҡырмыҫҡалы районы Ҡабаҡ ауылының Рәсәй урамында урынлашҡан паркты төҙөкләндереү аҙағына яҡынлаша.

Эш 2019 йылда башланғайны. Ошо арауыҡта балалар һәм спорт майҙансыҡтары урынлаштырыла, бөгөн кәртәләнеп алынған биләмәлә балалар рәхәтләнеп футбол, баскетбол уйнай.

Парк яҡтыртыла. Әлеге ваҡытта ҙур байрамдар һәм концерттар өсөн сәхнә эшләнә, кәртәләнә. Йәмәғәт биләмәһе тирәләй видеокамералар ҡуйыу, рулонлы газон түшәү бурысы ғына ҡалған.

Урындағы хакимиәттән хәбәр итеүҙәренсә, планға ярашлы, эштәр 30 августа тамамланырға тейеш, әммә уны ваҡытынан алда, аҙна эсендә бөтөрөргә күҙаллайҙар. Паркты рәсми асыу тантанаһы ла планлаштырыла.

28 июлдә хакимиәт тарафынан граждандар йыйылышы ойошторола. Сараға Рәсәй Дәүләт Думаһының 7-се саҡырылыш депутаты Павел Качкаев та саҡырылған.

“Ил һәм республика кимәлендә уҙғарылған һәр программалы проектта ҡатнашабыҙ. Беҙ төҙөгән объекттарҙың хаҡы ҡиммәт. Паркты төҙөкләндереүҙе  “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” программаһына ярашлы башланыҡ. Урындағы халыҡ менән бергә төҙөкләндереләсәк йәмәғәт урынын һайланыҡ, эштәрҙе планлаштырғанда уларҙың фекерен иҫәпкә алдыҡ", - ти район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров.

Павел Качкаев Өфөләге балалар майҙансыҡтарының тап Ҡабаҡ ауылындағы кеүек йыһазландырылғанын билдәләне. Дөйөм алғанда, шундай объекттарға илдә йыл һайын 65 миллиард һум аҡса бүленә. Биш мең тирәһе йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерлә.

“Йыл һайын республикала балалар һәм ололар өсөн 100-130 тирәһе объект сафҡа инә. Граждандар яҡшы итеп ял итһен өсөн бар шарттар ҙа булырға тейеш”, - тине Павел Рюрикович.

Йыйылышта ҡабаҡтар бассейн һәм пляжды төҙөкләндереү мәсьәләләрен дә күтәрҙе.

“Әлеге ваҡытта Ҡырмыҫҡалыла бассейн төҙөү планлаштырыла, пандемия сәбәпле эштәр кисектерелде, шуға күрә Ҡабаҡта был мәсьәлә әле асыҡ килеш ҡала. 2022 йылға пляжды планлаштырырбыҙ", - тип вәғәҙәләне хакимиәт башлығы.

Халыҡ шулай уҡ газ үткәреү, спорт залы төҙөү һәм мәктәп ашханаһына ҡағылған һорауҙарҙы ла күтәрҙе.

Был ауылда 3813 кеше йәшәй. Ҡабаҡтарҙы иң борсоған мәсьәлә – балалар баҡсаһында урындар етешмәүе. Этаплап проблема хәл ителә: 2019 йылда 50 урынға иҫәпләнгән балалар учреждениеһы төҙөлә башлаған. Ағымдағы йылда ул ишектәрен асасаҡ тип күҙаллана.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: