Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Июль 2021, 07:30

Ремонт ахырына яҡынлаша

Проект ҡатын-ҡыҙ мәшғүллегенә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелә.

Ремонт ахырына яҡынлаша
Ремонт ахырына яҡынлаша

Дәүләкән районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Романовка ауылында мәктәпкәсә төркөмдө урынлаштырыу өсөн тәғәйенләнгән бинала ремонт тамамланып килә. Проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған "Демография” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла һәм ҡатын-ҡыҙ мәшғүллегенә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелә.

Романовка ауылы – йылдам үҫкән биләмәләрҙең береһе. Бында бер нисә ауыл хужалығы, эшкәртеү сәнәғәте предприятиеһы эшләй. Урындағы икмәкхананың ризыҡтары башҡа райондарҙағы магазиндарға ла сығарыла. Мәктәптә татыу коллектив тупланған. Ул төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. 2020-2021 йылдарҙа дүрт уҡытыусы республика Башлығы грантын алған. Мәктәптә спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған: уйын, волейбол, футбол майҙансыҡтары бар.

Романовкала сабыйҙар һаны ла йылдан-йыл арта. Әлегә кескәйҙәр күрше ауылдағы балалар баҡсаһына йөрөй. Ата-әсәләр өсөн был бик мәшәҡәтле: иртән баланы алып барырға, кис алып ҡайтырға кәрәк. Тиҙҙән был мәсьәлә хәл ителәсәк – мәктәпкәсә төркөм өсөн бина ишектәрен асасаҡ. Әле бында төҙөкләндереү эше тамамланған тиерлек, йыһаз, башҡа кәрәк-яраҡ килтергәндәрен көтәләр. Романовкала йәшәгән Юлиә Әхмәтова әйтеүенсә, был ваҡиғаны ауыл халҡы түҙемһеҙлек менән көтә.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: