Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Июль 2021, 08:00

Дүртөйлөлә малсылыҡ фермаһы төҙөкләндерелә

“Инвестиция сәғәте”ндә Дүртөйлө районының “Ленин” исемендәге тоҡомсолоҡ заводының мең баш һыйыр малына иҫәпләнгән малсылыҡ фермаһын төҙөкләндереү проекты ҡаралды.

Дүртөйлөлә малсылыҡ фермаһы төҙөкләндерелә
Дүртөйлөлә малсылыҡ фермаһы төҙөкләндерелә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте”ндә Дүртөйлө районының “Ленин” исемендәге тоҡомсолоҡ заводының мең баш һыйыр малына иҫәпләнгән малсылыҡ фермаһын төҙөкләндереү проекты ҡаралды.

Уға ярашлы, хужалыҡ һауыу залы, быҙауҙарҙы тотоу өсөн йылы зал, аҙбар төҙөү һәм заманса ҡоролмалар алыу планлаштырыла. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 228 миллион һум тәшкил итәсәк. Төҙөүселәр ферманың корпусын күтәрә башлаған да инде. Эште быйыл көҙ тамамлаясаҡтар.

Төҙөкләндерелгән, заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған комплекс Бәләбәй һөт комбинатына йыл һайын ун мең тонна сифатлы һөт тапшырып торасаҡ.

"Бәләбәй һөт комбинаты үҙенең продукцияһын экспортҡа сығарыуға әҙерләнә. Шуға ҡабул ителгән сеймалдың сифатының юғары булыуына баҫым яһай. Заманса индустриаль фермаларҙа йыһазландырыу – тоҡомло мал, сифатлы ашлыҡ тигән һүҙ. Иң мөһиме - бындай фермаларҙа етештереү күләме ике тапҡырға күберәк, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Әлеге проект “Инвестиция сәғәте”ндә яҡлау тапты. Тоҡомло мал алыуға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Агростартап” программаһы ярҙам итәсәк. Район хакимиәте иһә хужалыҡҡа юлды төҙөкләндереү йәһәтенән булышлыҡ күрһәтәсәк.

Башҡортостанда инвесторҙарға ярҙам маҡсатында төрлө ысулдар ҡарала. Мәҫәлән, күләмле инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн ҡуртымға ер аукцион үткәрелмәй генә бирелә, килемгә, мөлкәткә һалымдарға ташламалар ҡаралған. Капиталь төҙөлөш объекттары яңыртылған осраҡта, сарыф ителгән аҡсаның бер өлөшө республика бюджетынан ҡаплана. Инвесторҙарға шулай уҡ ауыл хужалығы техникаһын һәм ҡоролмаларҙы алыуға аҡса бүленә. Алынған ҡоролманың, техниканың ярты хаҡы, тоҡомло мал алған осраҡта, бер һыйырға - 60 мең һум, атҡа – 20, һарыҡҡа – биш мең һум аҡса ҡайтарыла.

Фото: Ауыл хужалығы министрлығы.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: