Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Июль 2021, 08:30

Нөгөштәр яңы ФАП-лы булды

Был ваҡиғаны ауыл халҡы түҙемһеҙләнеп көттө.

Нөгөштәр яңы ФАП-лы булды
Нөгөштәр яңы ФАП-лы булды

Ошо көндәрҙә Балаҡатай районының Нөгөш ауылында өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһы уҙғарылды.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, ауылда заманса медицина учреждениеһы сафҡа инде.

Был ваҡиғаны урындағы халыҡ түҙемһеҙләнеп көттө, сөнки элекке ФАП бер ниндәй ҙә талаптарға яуап бирмәгән, тейешле шарттарға яраҡлаштырылмаған ағас бинала урынлашҡайны.

Тантанала район хакимиәте башлығы Мәсғүт Миңлеғәлин ҡатнашты. Ул барыһын да ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотлап, яңы ФАП-тың ауыл халҡының сәләмәтлеген һаҡлауға, иҫкәртеүгә ҙур өлөш индерәсәгенә, киләсәктә нөгөштәрҙең уңайлы шарттарҙа сифатлы медицина ярҙамы аласағына ышаныс белдерҙе.

Фельдшер-акушерлыҡ пунктында пациенттарҙы ҡабул итеү, персонал өсөн бөтә уңайлы шарттар ҙа тыуҙырылған. Процедура-прививка, ҡарау-манипуляция кабинеттары, көтөү урыны, санитар һәм персонал өсөн сисенеү бүлмәләре, хужалыҡ блогы булдырылған. Ә иң мөһиме – нөгөштәрҙең һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер иғтибарлы, тәжрибәле фельдшерҙары бар.

Фото: Балаҡатай районы хакимиәте.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: