Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Июль 2021, 09:00

Сибайҙа экопарк төҙөлә

Ҡаланың Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы биләмәһендәге "Терра-Урал аръяғы" экопаркында төҙөкләндереү бара.

Сибайҙа экопарк төҙөлә
Сибайҙа экопарк төҙөлә

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” муниципаль программаһына ярашлы, Сибай ҡалаһының Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында төҙөкләндереү эштәре дәррәү бара.

Паркты төҙөкләндереүҙең икенсе этабы ағымдағы йылдың яҙынан башланып, октябргә тиклем барасаҡ. Бындағы үҙгәрештәр ныҡ күҙгә ташлана. Әйтәйек, яңы асфальт юлдар. Улар киң һәм шыма, йәйәүлеләр өсөн дә, йүгереүселәргә лә уңайлы. Шулай уҡ яҡтылыҡ үткәрелгән, ике ярым саҡрым арауыҡҡа һуҙылған майҙансыҡты йәшелләндереүгә тәғәйенләнгән һыу ҡойоу ҡоролмалары үткәрелгән. Тирә-яҡты кәртәләү өсөн ҡоймалар элекке кеүек бейек түгел, ә 70 сантиметр ғына буласаҡ.

Бында шулай уҡ балалар майҙансығы, кафе төҙөү өсөн биләмә ҡалдырыу ҙа планлаштырыла. Быйыл октябрҙә төҙөлөштөң икенсе этабы тамамлана. Өсөнсө этапта иһә эко-парк биләмәһен кәрәкле ҡоролмалар менән йыһазландырыу башлана. Ғөмүмән, сибайҙарҙы һәм ҡала ҡунаҡтарын бында ял итеү өсөн төрлө майҙансыҡтар, арт-объекттар һәм башҡа сюрприздар көтә. 

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Фото: "Сибай info" сайты.
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: