Милли проекттар
2 Август 2021, 05:30

"Спорт – минең тормошом"

Тәжрибәле тренер Мәжит Имамов бөгөн бөтә талантын, оҫталығын йәш быуынға бирә...

"Спорт – минең тормошом""Спорт – минең тормошом"
"Спорт – минең тормошом"

Яңауыл районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы иғлан ителгән "Демография" милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Уның саралары халыҡтың ҙур ҡатламын физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеүгә, спорт учреждениеларының матди базаһын нығытыуға йүнәлтелгән.

Мәжит Имамовты Яңауылда белмәгән кеше юҡ. Уның эшмәкәрлеге һәр ваҡыт спорт менән бәйле булды. Тренерҙың уңыштары һоҡландырырлыҡ. Ул 1995 йылда "Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы" тигән маҡтаулы исем алды, 2015 йылда иһә Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреүенең почетлы хеҙмәткәре булып танылды. Тәжрибәле тренер бөгөн бөтә талантын, оҫталығын йәш быуынға бирә. Ә уңыштар көттөрмәй, тәрбиәләнеүселәре яңынан-яңы еңеүҙәре менән шатландыра.

"Мәжит Фәүзи улы талапсан һәм эҙмә-эҙлекле булыуы менән айырыла. Уҡыусыларының уңыштары – уның өсөн иң ҙур бүләк", – ти райондың ветерандар йыйылма командаһы ағзаһы Павел Кудряшов.

Мәжит Имамов волейбол буйынса ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһын күнектерә. Бер нисә йыл дауамында был данлыҡлы команда республикала волейбол буйынса Ауыл спорт уйындары ярыштарында алыштырғыһыҙ чемпион булып килә. Төбәк-ара ярыштарҙа, республика беренселегендә, асыҡ турнирҙарҙа уңышлы сығыш яһай. Был мөһим эштәрҙән тыш, тренер район һәм ҡала кимәлендәге спорт ярыштарын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша.


#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Фото: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас