

Стәрлетамаҡ ҡалаһында республикала беренсе Мәшғүллек модель үҙәгендә ”Хеҙмәт баҙары һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” йүнәлеше буйынса тормош һәм бизнес хәл-ваҡиғаларын көйләү бара. Мәсьәләләр “бер тәҙрә” форматында хәл ителә. 2021 йылдың 1 ғинуарынан республика халҡына 51 хеҙмәт күрһәтелә, уларҙың араһында балалы ҡатындар, йәш белгестәр, бәләкәй предприятие асыу, кадрҙар менән тәьмин итеүҙә Мәшғүллек үҙәктәре менән бәйләнеш һәм башҡа йүнәлештәр буйынса эш ойошторолған.
–Ҡағиҙә булараҡ, мәшғүллек үҙәгенә кешеләрҙе тормоштағы ауырлыҡтар килтерә, шуға күрә уларға ярҙам ҡулы һуҙғанда барыһын да иҫәпкә алырға тура килә. Ниндәйҙер компания өсөн хеҙмәткәрҙәр һайлағанда эш биреүсенең эшмәкәрлеге үҙенсәлектәрен иғтибарға алырға кәрәк, – ти ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников.
Башҡортостан, инвестиция практикаһын индереүгә ярашлы, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса Стратегик башланғыстар агентлығының шәхси етәкселегендәге 15 төбәк эсенә инә. Министрлыҡ, Өфө ҡалаһының Мәшғүллек үҙәге, республика мәшғүллек үҙәктәренең дәүләт ҡаҙна учреждениеларының директорҙар советы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Кадрҙар үҙәге Халыҡ мәшғүллеге үҙәктәренең эш барышын яраҡлаштырыу буйынса 45 тәҡдим индерҙе.
Төп маҡсат – эшкә урынлаштырыуҙа тәьҫирһеҙ эш алымдарынан ҡотолоу. Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһының Кадрҙар үҙәгендә “Эш эҙләүсе граждандар” һәм “Эш биреүселәрҙең миҙгелгә ярашлы талаптарын тәьмин итеү” йүнәлештәре буйынса эш башланған.
Яңыса эшләү рәүеше Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы буйынса Мәшғүллек үҙәге филиалына индерелә. Йыл аҙағына тиклем “Бәләкәй предприятие булдырыу” һәм “Бәләкәй предприятиены үҫтереү” йүнәлештәре буйынса эш дауам итәсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм халыҡ мәшғүллеге” милли проекты иҡтисадты нығытыуҙа, уңайлы эш шарттары тыуҙырыуҙа, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүҙә ҙур аҙым буласаҡ.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото:Башҡортостан Хөкүмәте сайты.