Милли проекттар
3 Август 2021, 11:30

Төҙөлөш өсөн ер һайлағыҙ

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте менән төбәк “Росреестр”ы  “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыуҙағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Төҙөлөш өсөн ер һайлағыҙТөҙөлөш өсөн ер һайлағыҙ
Төҙөлөш өсөн ер һайлағыҙ

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте менән төбәк “Росреестр”ы  “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыуҙағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Документҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров менән “Росреестр”ҙың төбәк етәксеһе Олег Скуфинский ҡул ҡуйҙылар. Килешеүгә ярашлы, ике яҡ та төбәк иҡтисадын граждандар һәм эшҡыуарлыҡ мәнфәғәттәрендә үҫтереү маҡсатында ер биләмәләре тураһындағы мәғлүмәттәр алмашыуҙы ойоштора. Асыҡ кадастр картаһындағы яңы “Төҙөлөш өсөн ер” сервисында ер биләмәләре тураһындағы мәғлүмәт ҡуя барыу килешеүҙең сираттағы этабы буласаҡ.

“Яңылыҡ потенциаль инвесторҙарға, эшҡыуарҙарға һәм граждандарға Асыҡ кадастр картаһында төҙөлөш өсөн яраҡлы ерҙе баһалау һәм һайлап алыу өсөн кәрәк. Сервис башҡарма власть органдары, урындағы үҙидара һәм барлыҡ ҡыҙыҡһынған яҡтар араһындағы элемтәгә юл һаласаҡ”, – тине Андрей Назаров.

Фото: pravitelstvorb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас