

Ағиҙел ҡалаһының 2-се мәктәбе ҡарамағындағы “Үҫеш нөктәһе” Тәбиғи-фәнни и технологик йүнәлешле үҙәгенә ҡорамалдар ҡайтартыла башланы. Был үҙәк Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май Указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” төбәк проекты сиктәрендә ойошторолдо.
Үҙәккә ике һанлы лаборатория килтертелде лә инде. Улар мәктәптәге дәрестә лә, уҡыусыларҙың проект-эҙләнеү эштәрендә лә физика буйынса лаборатория эштәре башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән. Был һанлы лаборатория уҡыусыларҙы проблемаларҙы хәл итеүгә әҙер булырға, үҙаллы эҙләнергә, әүҙем һәм һөҙөмтәле эшләргә өйрәтә.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: yandex.ru.