Милли проекттар
5 Август 2021, 09:30

Бында бөтәһенә лә ярҙам итәсәктәр

Белгестәр Мишкә районы кешеләрен уҡыуҙа ҡатнашырға саҡыра.

Бында бөтәһенә лә ярҙам итәсәктәрБында бөтәһенә лә ярҙам итәсәктәр
Бында бөтәһенә лә ярҙам итәсәктәр

“Демография” милли проектының “ Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проекты сиктәрендә, быйыл Мишкә районының мәшғүллек үҙәгенә бер ҡайҙа ла эшләмәгән 11 кеше артабан эш табыу йәки үҙ эшен асыу маҡсатында профессиональ яңынан уҡыу йәки өҫтәмә белеү алыу өсөн ғариза тапшырған. Уларҙың етеһе һайлап алынған профиль буйынса уҡыуҙы башлаған да.

“Ҡайһы бер кешеләргә тейешле квалификацияһы булмауы арҡаһында йәки белгеслеге буйынса эш булмауы сәбәпле эш табыуы ауыр. Бындай осраҡтарҙа “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” проекты ярҙамға килә. Уның ярҙамында беҙҙең кешеләр булған белемдәрен камиллаштара йәки яңы йүнәлеш буйынса уҡый ала, был уларға хеҙмәт баҙарында дәғүәселектәрен күтәреү һәм һөнәри мобиллек тәьмин итә, – ти Мишкә районы буйынса Төньяҡ район-ара халыҡтың мәшғүллеге үҙәге начальнигы Олеся Йосопова.

Уҡыу тамамланғас, был кешеләргә һайлап алынған программаға ярашлы квалификация тураһындағы документ бирәләр. Белем биреү программалары исемлеге https://workedu-rb.bitrix24.site һылтанмаһы буйынса күрһәтелгән. Ошо сайтта анкетаны тултырғандан һуң, проект дауамында контакт-үҙәк белгестәре граждандарҙы оҙатып барасаҡ.

Белгестәр Мишкә районы кешеләрен уҡыуҙа ҡатнашырға саҡыра.

Билдәле булыуынса, “Демография” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән тормошҡа ашырыла.

 

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Мишкә районы хакимиәте.

 

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/132511

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас