

“Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проекты сиктәрендә, бөгөн Салауат районының Арҡауыл ауылында “Беҙ Салауат тоҡомонан” тип аталған этнографик йүнәлештәге йәйге мәҙәни-лингвистик профилле лагерының беренсе сменаһы асылды.
Тематик сменаның төп маҡсаты – башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын өйрәнеү юлы менән балаларҙа патриотизм, ихтирам һәм тыуған республикабыҙ өсөн яуаплылыҡ хистәрен тәрбиәләү. Был проект быуындар күсәгилешлеген һаҡлау, Башҡортостан халыҡтарының тарихи һәм мәҙәни аманатына һаҡсыл ҡараш булдырыу һәм балаларҙа шәхес булараҡ рухи-әхләҡи сифаттар тәрбиәләү мөмкинлеге бирә.
Ҡыҙыҡлы урындар буйлап сәйәхәт иткән саҡта улар организмдарын һауыҡтырып ҡына ҡалмай, ә тикшеренеү эше алып барасаҡ, тирә-яҡ мөхитте өйрәнәсәк, ижади эштәрҙе башҡарыу өсөн тәбиғәт материалдарын йыясаҡ, урындағы кешеләр менән осрашып, тыуған яҡтарын, халҡын, уның ҡиммәттәрен һәм йолаларын өйрәнәсәк. Халыҡ байрамдары һәм халыҡ уйындары сәләмәт тормош алып барыуға бер юл булһа, тәрбиә йәһәтенән дә бик әһәмиәтле буласаҡ.
“Патриотик, экологик, этнографик, туристик, тыуған яҡты өйрәнеү, художество һәм ижади белемдәр һәм һәләттәр үҫмерҙәрҙең шәхси сифаттарын камиллаштырыуға булышлыҡ итәсәк”, – тигән фекерҙә “Шоңҡар” үҫмерҙәр клубының социаль педагогы Алена Карпиюк.
Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән тормошҡа ашырыла.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/132480
Фото: Салауат районы хакимиәте.