Милли проекттар
6 Август 2021, 04:30

Ҡариҙелдә – SMART-китапхана

Был яңы быуын Үҙәк модель китапханаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә булдырылды.

Ҡариҙелдә – SMART-китапханаҠариҙелдә – SMART-китапхана
Ҡариҙелдә – SMART-китапхана

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин менән Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин ошо район үҙәгендәге SMART-китапхананы ҡараны. Был яңы быуын Үҙәк модель китапханаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә булдырылды.

 

Экскурсия барышында ҡунаҡтарға “Экспериментаниум” интерактив музейын, балалар зонаһын һәм әҙәби кафены, конференц-залды һәм йәштәр зонаһын күрһәттеләр.

 

“ Миңә ныҡ оҡшаны!” – тип һоҡланыуын йәшермәне депутат.

 

“Беҙҙә ҡунаҡтарға күрһәтерлек нәмәләребеҙ бар, ошо милли проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә районда мәҙәниәт учреждениеларын яңыртыу бара, бөгөн Ҡариҙелдәге был китапхана – халыҡ иң күп йөрөгән урын”, – тине хакимиәт башлығы Айҙар Шәйҙуллин.

 

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас