Милли проекттар
6 Август 2021, 06:30

“Үҫеш нөктәһе” – үҫешкә йүнәлтелгән

Туймазы районында мәғариф тармағына көслө иғтибар бүленә. 

“Үҫеш нөктәһе” – үҫешкә йүнәлтелгән“Үҫеш нөктәһе” – үҫешкә йүнәлтелгән
“Үҫеш нөктәһе” – үҫешкә йүнәлтелгән

Туймазы районында мәғариф тармағына көслө иғтибар бүленә. Мәҫәлән, 2021 йылда райондың Кәкребаш ауылы урта мәктәбендә “Заманса мәктәп” федераль проектының “Мәғариф” милли проекты нигеҙендә “Үҫеш нөктәһе” кабинеттары өсөн маҡсатлы эштәр алып барыла.

 

Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан белем усағына сираттағы ҡоролмалар килгән. Химия, биология һәм физика предметтары буйынса һанлы лабораториялар ҡайтарылған.

 

Туймазы районы хакимиәтенең мәғариф идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән айҙа уҡ күсермә машинаһы, сканер һәм принтер, ҡыҫҡаһы, күп функциялы ҡоролма алып ҡайтҡандар.

 

– Әле биология һәм химия кабинеттары өр-яңы өҫтәл, ултырғыс, парталар менән йыһазландырылған, тәҙрәгә жалюзи беркетелгән, – тип шатлыҡтары менән уртаҡлаштылар.  

 

Билдәле булыуынса, илдә милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған. 

 

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Туймазы районы хакимиәте.

 

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас