Милли проекттар
6 Август 2021, 08:35

“Терра Башҡортостан" танылыу яулай

“Аҡбуҙат” ипподромы ул көндө ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтте. 

“Терра Башҡортостан" танылыу яулай“Терра Башҡортостан" танылыу яулай
“Терра Башҡортостан" танылыу яулай

“Терра Башҡортостан 2021” ат-спорт турнирының алтынсы этабында Башҡортостандың Стәрлебаш районы беренсе урынды алды. Сара “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектының “Демография” милли проекты нигеҙендә ойошторолдо.

 

Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромы ул көндө ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтте. Стәрлебаш районы етәкселеге бәйгегә биш һыбайлыны әҙерләгәйне. Әйткәндәй, батырҙар быға тиклем уларға таныш булмаған башҡорт тоҡомло атында сапты. Ә стәрлебаштар араһында айырым уҙғарылған ярышта 14 йәшлек Ринат Аллабирҙин Стәрлебаш районы хакимиәте кубогын яуланы. Үҫмерҙе ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Турнирҙың финалы быйыл октябрҙә үтәсәк, егеткә уңыштар теләйбеҙ!

 

Билдәле булыуынса, милли проекттар, шул иҫәптән "Демография" проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған. 

 

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Стәрлебаш районы хакимиәте.

 

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/133067

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас