Милли проекттар
6 Август 2021, 05:30

Юлдар булыр елеп үтерлек!

Быйыл Башҡортостан юл инфрструктураһын үҫтереүгә 2,5 миллиард һум тотонасаҡ. Был эш “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Юлдар булыр елеп үтерлек!Юлдар булыр елеп үтерлек!
Юлдар булыр елеп үтерлек!

Быйыл Башҡортостан юл инфрструктураһын үҫтереүгә 2,5 миллиард һум тотонасаҡ. Был эш “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Билдәле булыуынса, милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған. 

 

Федераль ҡаҙнанан был сығымдарҙы Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин 69 төбәккә бүлеп биргән. Бынан тыш республика төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙы норматив хәлгә ҡайтарыу өсөн 224 миллион һум аласаҡ.

 

Быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашарыуға федераль һәм республика ҡаҙналарынан бөтәһе 5,7 миллиард һум йүнәлтеләсәк. Сығымдар 200 километр юлды йүнәлтеүгә тотонола.

 

Юл төҙөүҙәге иң ҙур объекттарҙың береһе – Өфөнән Көнсығышҡа, йәғни М-5 “Урал” федераль трассаһына сығыу юлы. Был төҙөлөштөң дөйөм хаҡы – 33,5 миллиард һум.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: yandex.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас