Милли проекттар
7 Август 2021, 07:30

Рәсәй экспорт үҙәгенең экспорт мәктәбендә уҡыуҙар башланды

Ул “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә уҙғарыла

Рәсәй экспорт үҙәгенең экспорт мәктәбендә уҡыуҙар башландыРәсәй экспорт үҙәгенең экспорт мәктәбендә уҡыуҙар башланды
Рәсәй экспорт үҙәгенең экспорт мәктәбендә уҡыуҙар башланды

Рәсәй экспорт үҙәгенең Экспорт мәктәбендә “Төбәктәр экспорты 2.0” төбәк идара командаһы өсөн белем биреү курсы старт алды. Ул “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә уҙғарыла.

 

Сараны асыу тантанаһында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Алексей Оверчук, Рәсәй иҡтисад министры урынбаҫары Владимир Ильичев һәм Рәсәй экспорт үҙәгенең генераль директоры Вероника Никишина сығыш яһаны.   

 

– Рәсәй экспорт үҙәге Экспорт мәктәбәнең белем биреү программаһы Башҡортостандың экспорт ҡеүәтен үҫтереүгә, экспортерҙар һанын һәм республиканың сеймал булмаған тауарын арттырыуға  йоғонто яһар, тип ышанам, – тине Башҡортостан Республикаһының тышҡы бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева.


Программа Рәсәй экспорты үҙәгенең экспорт мәктәбе менән берлектә һайлауҙы уңышлы үткән Рәсәй Федерация субъекттарына төбәк идара итеү командаһын уҡытыуҙы ойоштороуға һәм бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡ субъекттары вәкилдәре өсөн белем биреү программаһын тормошҡа ашырыуҙы башлауға булышлыҡ итәсәк.

 

Сара сиктәрендә, Башҡортостан Республикаһының тышҡы бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лена Изотова Башҡортостан Республикаһының визит карточкаһының презентацияһын үткәрҙе.

 

– Башҡортостандың экспортты үҫтереүҙә төп маҡсат - сеймалһыҙ яғыулыҡһыҙ экспортын йылдам үҫтереү һәм халыҡ-ара сауҙаға экспортҡа йүнәлтелгән ойошмаларҙы йәлеп итеү. Беҙ республика экспортының бер нисә өҫтөнлөклө йүнәлешен билдәләнек, шул иҫәптән: үҫемлекселек, малсылыҡ, аҙыҡ-түлек, химия тауарын етештереү, машиналар эшләү, төҙөлөш материалдарын һәм кейем сығарыу, – тип билдәләне Лена Изотова.

 

Уҡыу барышында ҡатнашыусылар экспортты үҫтереү программаһын әҙерләү буйынса лекциялар тыңлаясаҡ, ғәмәли күнекмәләр үткәрәсәк һәм төбәк экспорт үҫеше программаһы проектын эшләү һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса команда эштәрендә ҡатнашасаҡ.  

 

Фото: БР Тышҡы бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты сайтынан.



#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас