

Тәүге медик-санитар ярҙам төбәк үҙәге хеҙмәткәрҙәре Краснокама үҙәк район дауаханаһына эш сәфәре ойошторҙо. Маҡсаттары – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа методик ярҙам күрһәтеү.
Краснокама үҙәк район дауаханаһының ололар һәм балалар поликлиникалары “Тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеүсе медицина ойошмаһының яңы моделе” проектында 2020 йылдан ҡатнаша. Улар быйыл өс йүнәлеш буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса көс һала: “Диагностик тикшереүҙәр”, “Граждандарҙың айырым категорияларын дарыуҙар менән тәьмин итеү”, “Диспансерлаштырыу”.
Эшсе төркөмдә ҡатнашыусылар үҙҙәренең проекттарын хөкөмгә сығарҙы, уларҙы тормошҡа ашырыуҙа уңыштар һәм ҡаршылыҡтар менән уртаҡлашты. Өлгәшелгән уңыштар ҙа билдәләнде. Эске навигацияның, асыҡ регистратураның, карталар һаҡлағысының, балалар уйын зонаһының яҡшы ойошторолоуы билдәләнде.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты билдәле – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан