

Күгәрсен районының Мораҡ ауылында кисә “Урындағы, сифатлы, үҙебеҙҙеке” йәрминкәһе үтте. Сараны Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойошторҙо. Әйткәндәй, палата халыҡ етештереүселәр хаҡы буйынса тауар һатып алыу мөмкинлеген тыуҙырыу маҡсатында аҙна һайын республиканың биш-алты районында ошондай йәрминкәләр уҙғарып килә.
“Райондың фермерҙары ла үҙҙәре етештергән тауарҙарҙы ҡуйҙы. Күгәрсендәр йәшелсә-емеште уңайлы хаҡтарға һатып алыу менән генә сикләнмәне, шулай уҡ юридик ярҙам да алды”, – тип уртаҡлашты район хакимиәтенең белгесе Регина Тоҡомбәтова.
Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров мораҡтарҙың алмаларын һәм грушаларын юғары баһаланы.
“Мин үҙемә ғаилә өсөн кәрәкле ҡайын миндеге, алма, груша, һарымһаҡ, һуған һатып алдым. Минең өсөн улар яҡын, тәбиғи яҡтан таҙа. Урындағы етештерүселәргә ярҙам итергә кәрәк, тип иҫәпләйем. Етмәһә, күгәрсендәрҙең алмаһы супермаркет кәштәләрендә ятҡандарҙан осһоҙ һәм тәмле. Кешеләр ҙә быны аңлап, йәрминкәнән әйберҙәр алыуы ҡыуандыра”, – тип һөйләне Зариф Байғусҡаров.
“Урындағы, сифатлы, үҙебеҙҙеке” проекты 35 муниципалитетты үҙ эсенә алған. Ул республиканың ауыл хужалығы етештереүселәренә тауарҙарын һатыуҙа ярҙам итеү һәм халыҡҡа түбән хаҡтар менән әйбер алыу мөмкинлеген тыуҙырыу маҡсатында уҙғарыла. Бындай йәрминкәләр июль аҙағында Әлшәй һәм Ғафури райондарында ойошторолдо, был аҙнала Тәтешле, Илеш, Баҡалы, Кушнаренко һәм Күгәрсен райондарында үтте. Һуңғыһы 15 сентябрҙә Өфөлә уҙасаҡ. Йәрминкә ваҡытында халыҡҡа юридик ярҙам күрһәтелә, балалар һәм йәштәр майҙансыҡтары эшләй.
Был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектын бойомға ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: рәсми сығанаҡтан.