Милли проекттар
8 Август 2021, 15:15

Николаевкала турбаза төҙөйҙәр

Был туризм йүнәлешен үҫтереүҙә гранттар алыуға өлгәшкән 17 проекттың береһе.  

Николаевкала турбаза төҙөйҙәрНиколаевкала турбаза төҙөйҙәр
Николаевкала турбаза төҙөйҙәр

Белорет районының Николаевка ауылында Туризм буйынса федераль агетлыҡтан эске һәм тышҡы туризмды үҫтереүгә өс миллион һум грант алған “ДОМ61” туристик базаһын төҙөү дауам итә. Был 2020 йылда Ростуризм конкурсында ҡатнашып, 80 миллион һумдан ашыу инвестиция, 43 миллион һумға гранат алыуға өлгәшкән Башҡортостан Республикаһының 17 проектының береһе.  

 

– Ростуризм конкурсы үҙҙәренең проекттарын бойомға ашырыуҙа финанс ярҙамға мохтаж энтузиастар өсөн яҡшы мөмкинлек булды. Гранттарҙы әле үк “башҡорт” туризмының йөҙөн үҙгәртә башлаған, ҡыҙыҡлыраҡ һәм һәр кем ял итерлек иткән эшҡыуарҙар ала. Һәр еңгән проект үҙенсәлекте – был эко-отелдар, глэмпинг-базалар, мобиль ҡушымталар, яңы туристик маршруттар, – тип уртаҡлашты Башҡортостандың туризм буйынса комитет рәйесе Эльмира Туҡанова.

 

Төҙөлөш эштәрен быйыл көҙ тамамларға йыйыналар.

 

Николаевка ауылы республикала бейеклеге буйынса икенсе урында торған Оло Ирәмәл тауы эргәһендә урынлашҡан. Был проект сифатлы туристар ағымын булдырыуға, урындағы халыҡты был тармаҡҡа йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк.

 

– Николаевка ауылы аша әле үк туристарҙың ағымы үтә, йылына ун меңдән ашыу кеше. Әммә локацияла заман экологик һәм эргономик талаптарға яуап биргән урынлашыу саралары юҡ. Проектты бойомға ашырыу сиктәрендә беҙ ике йорт һәм йәмәғәт урынын төҙөйбөҙ. “ДОМ61” – эко-туризмға ғашиҡ булған, шул уҡ ваҡытта урындағы йәмәғәтселек, власть органдары менән системалы процесты төҙөү тәжрибәһе булған кешеләрҙең ғаилә проекты. Проект идеяһы классик бизнес-модель сиктәренән сыҡҡан, иң беренсе экологик принциптарға, тәбиғәтте һәм биотөрлөлөктө һаҡлауға яуаплылыҡ алған ойоштороусыларға нигеҙләнә, – тип уртаҡлашты проектты ойоштороусыларҙың береһе Рина Гринберг.  

 

– Һәр ҙур булмаған проект республиканың туристик ҡеүәтен, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, мәжғүллекте һәм халыҡтың килемен үҫтереүгә булышлыҡ итә, – тип билдәләне Эльмира Туҡанова.

 

Быйыл көҙ Ростуризм эске һәм тышҡы туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән йәмәғәт һәм эшҡыуарлыҡ тәҡдимдәренә грант ярҙамы күрһәтеү буйынса икенсе конкурсҡа ғаризалар ҡабул итә башлауы көтөлә. Башҡортостан Республикаһының туризм буйнса дәүләт комитеты был йүнәлеште үҫтереүҙә ҡыҙыҡһынған эшҡыуарҙарға консультация ярҙамы күрһәтә. Тулыраҡ мәғлүмәтте комитеттың түбәндәге сайт һылтанмаһынан алырға мөмкин:
https://tourism.bashkortostan.ru/documents/other/364324/.



Был ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Экология” һәм “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекттарын ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.

 

Фото: Башҡортостандың туризм буйынса комитеты сайтынан. 

 

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас