Милли проекттар
9 Август 2021, 08:35

Биш район халҡын хеҙмәтләндерәсәк

Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы базаһында Амбулатор онкология ярҙамы үҙәге эш башланы.

Биш район халҡын хеҙмәтләндерәсәкБиш район халҡын хеҙмәтләндерәсәк
Биш район халҡын хеҙмәтләндерәсәк

Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы базаһында Амбулатор онкология ярҙамы үҙәге эш башланы. Ул республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат һәм Балаҡатай райондарынан килгән пациенттар бында тулыһынса диагностика тикшереүе үтә, шул рәүешле сирҙе иртәрәк асыҡлау һәм дауалауҙы иртәрәк башлау мөмкинлеге буласаҡ.

 

– Диагноз ҡуйыу һәм пациентты дауалау ысулын асыҡлау Республика клиник онкология диспансеры базаһында башҡарыла, әммә химия терапияһының ҡайһы бер схемаларын үтеү өсөн Амбулатор онкология ярҙамы үҙәгенә йүнәлтеү мөмкин, – тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бүлек начальнигы Роза Яхина.

 

Амбулатор онкология ярҙамы үҙәгендә ике онкология, ике эндоскопия кабинеттары, ике ультратауыш тикшереүе бүлмәләре эшләй. Компьютер томографына тикшереүгә ебәреү мөмкинлеге бар. Әле бында пациенттарҙы өс онколог ҡабул итә. Үҙәк 110 меңдән ашыу халыҡты хеҙмәтләндерә.

 

– Яман шеш булыуына шик тыуған осраҡта пациенттар өс көн эсендә онкологҡа яҙылырға тейеш. Кәрәк саҡта Республика клиник онкология диспансерына ебәреү өсөн бөтә тикшереүҙәр ошонда үткәреләсәк, – ти диспансерҙың баш табибы Адель Измайлов.

 

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” проектына ярашлы, үҙәкте медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу дауам итә.

 

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу.

 

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Биш район халҡын хеҙмәтләндерәсәк
Биш район халҡын хеҙмәтләндерәсәк
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас