Милли проекттар
9 Август 2021, 07:30

Мәсетле районында скейт парк төҙөлә

Бында ҙур ял үҙәге ҡалҡып сығасаҡ. 

Мәсетле районында скейт парк төҙөләМәсетле районында скейт парк төҙөлә
Мәсетле районында скейт парк төҙөлә

Мәсетле районында Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған"Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты сиктәрендә яңы скейт парк төҙөлә. Ул райондың Оло Ыҡтамаҡ ауылында барлыҡҡа киләсәк.

 

Дөйөм алғанда бында 1,3 гектар ҙурлығындағы ял паркы буласаҡ. Уның биләмәһендә балалар өсөн уйын майҙансығы, эскәмйәләр ҡуйылған ял урыны, урам тренажерҙары һәм скейт парк ҡаралған.

 

Мәсетле районының баш архитекторы Дмитрий Баязитов белдереүенсә, скейт парк бер нисә мәсьәләне бер юлы хәл итә: скейтсылар транспорт булған ерҙә түгел, ә махсус урында йөрөй ала, балаларының хәүефһеҙ ерҙә йөрөүен күреп ата-әсәләр ҙә тыныс. Юлдарҙағы экстремалдар кәмейәсәк.

 

"Көньяҡ" микрорайонын төҙөкләндереү эштәре сентябрҙә тамамлана.

 

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото һәм материал https://srk.nationalpriority.ru сайтынан алынды. 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас