Милли проекттар
10 Август 2021, 07:30

Алты ФАП оҙаҡламай ишектәрен асасаҡ

Бинаны төҙөүгә һәм эске биҙәү эштәренә бер нисә көн генә китәсәк, ни өсөн тигәндә...

Алты ФАП  оҙаҡламай ишектәрен асасаҡАлты ФАП  оҙаҡламай ишектәрен асасаҡ
Алты ФАП оҙаҡламай ишектәрен асасаҡ

Саҡмағош районында алты модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары барлыҡҡа киләсәк. Тәүгеһенең конструкцияһын Ҡалмашбашта ҡуя башлағандар ҙа инде. Ошо айҙа уҡ Тайнаш, Имәнлеҡул, Ҡарғалы, Ҡашҡар һәм Иҫке Үҙмәш ауылдарында ФАП-тар ишектәрен асасаҡ.

Һәр медицина учреждениеһының майҙаны – 68,4 квадрат метр. Ҡалмашбаштағы пункт 600-гә яҡын кешене хеҙмәтләндерәсәк.

– Төҙөлөштә заманса технологиялар ҡулланыласаҡ: терәк бағаналы нигеҙ, модулле конструкция, шуға күрә бинаны төҙөүгә һәм эске биҙәү эштәренә бер нисә көн генә китәсәк, – тип аңлатты Саҡмағош үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алина Латипова. – Биләмәне төҙөкләндереү планлаштырыла, автомобилдәр өсөн туҡталҡа буласаҡ.

 ФАП-тар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “ Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу" проектына ярашлы төҙөләсәк. Был маҡсатта федераль бюджеттан 19,2 миллион һум аҡса тотоноласаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. 

 

Алты ФАП  оҙаҡламай ишектәрен асасаҡ
Алты ФАП оҙаҡламай ишектәрен асасаҡ
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас