Милли проекттар
10 Август 2021, 08:30

Һанлы һөнәрҙәргә өйрәтәләр

Өфө дәүләт нефть техник университеты һанлы һөнәрҙәргә өйрәтеү буйынса проектҡа ҡушылды.

Һанлы һөнәрҙәргә өйрәтәләрҺанлы һөнәрҙәргә өйрәтәләр
Һанлы һөнәрҙәргә өйрәтәләр

Өфө дәүләт нефть техник университеты һанлы һөнәрҙәргә өйрәтеү буйынса проектҡа ҡушылды. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май Указдары тарафынан раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла.

Күптән түгел ошо проектҡа ҡараған  “Һанлы һөнәрҙәр” проектында ҡатнашасаҡ уҡыу йорттарын һайлап алыу йомғаҡтары иғлан ителде. Башҡортостандан унда Өфө дәүләт нефть техник университеты индерелгән, уның уҡытыу контенты менән profidigital.ru. сайтында танышырға мөмкин.

Проекттың маҡсаты – хеҙмәт йәшендәге граждандарға дәүләттең финанс ярҙамы нигеҙендә өҫтәмә IT-һөнәрҙәргә эйә булыу. Дәүләт уҡыу хаҡының 50 процентын ҡаплай, ҡалған сумманы кеше үҙе йәки эш биреүсе түләй.

“Һанлы иҡтисад” милли проектының уҡытыу программаһы үҙ тормошон профессиональ йүнәлештә үҙгәртергә телгәндәр өсөн ҙур ярҙам булып тора”, – ти дәүләт идараһын һанлы үҫтереү министры урынбаҫары Рәсүл Тайыпов.

Фото: Башҡортостандың Дәүләт идараһын һанлы үҫтереү министрлығы сайтынан.

 

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас