Милли проекттар
10 Августа 2021, 11:30

Яңыртылған клубта балалар тауышы тынмай

“Мәҙәниәт” милли проекты халыҡты мәҙәни тормошҡа күберәк ылыҡтырыуға, бигерәк тә йәш быуындың ижади һәләтен асыу өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңыртылған клубта балалар тауышы тынмайЯңыртылған клубта балалар тауышы тынмай
Яңыртылған клубта балалар тауышы тынмай

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Мәҙәниәт” милли проекты Башҡортостанда уңышлы тормошҡа ашырыла. Был проект халыҡты мәҙәни тормошҡа күберәк ылыҡтырыуға, бигерәк тә йәштәрҙең ижади һәләтен асыу өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән.

Ошо көндәрҙә Әлшәй районы Яңы Сәпәш ауылының “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә реконструкция уҙғарылған күп функциялы ауыл клубында Халыҡ-ара светофор көнөнә арналған “Светофор – минең дуҫым” тип аталған уйын конкурсы ойошторолдо.

Балалар конкурс программаһында әүҙем ҡатнашты, юл билдәләрен өйрәнеп уларҙы практикала ҡулланырға һабаҡ алды, төрлө күнегеүҙәр үтәне.  Бөтә ҡатнашыусылар ҙа иҫтәлекле бүләктәр менән дәртләндерелде.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Римма Султанова