

Асҡындар өсөн ҡыуаныслы ваҡиға – ошо көндәрҙә уларға күп функциялы мәҙәни үҙәк-автоклуб ҡайтарылған. Махсус транспорт “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә алынған. Билдәле булыуынса, был милли проект ил Президенты Владимир Путиндың “май” указдары менән раҫланған.
Махсуслаштырылған автотранспорт заманса мультимедиялы яҡтылыҡ һәм тауыш аппаратураһы менән йыһазландырылған. Ул концерттар, күңел асыу программалары үткәреү, кинофильмдәр, спектаклдәр күрһәтеү һәм башҡа күп төрлө ҡыҙыҡлы проекттар өсөн тәғәйенләнгән.
“Автоклуб концерт һәм байрам сараларын үткәреү өсөн тулыһынса яраҡлаштырылған. Асҡын районында 74 ауыл бар, уларҙың 39-ында ғына стационар мәҙәниәт учреждениелары бар. Автоклуб мәҙәниәт учреждениелары булмаған ауылдарҙы хеҙмәтләндереү мөмкинлеге бирәсәк”, – ти Асҡын районының клуб-китапхана системаһы директоры Илсур Ғилфанов.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Мәҙәниәт министрлығы.