

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылған “Уңайлы ҡала мөхите” программаһы Нуриман районында уңышлы үтәлә – Яңы Күл ауылындағы мәҙәни-ял урынының йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү финиш этабына сыҡҡан.
Яңы Күл ауыл советы хеҙмәткәрҙәре ошо көндәрҙә парктың 36 метр ҡоймаһын буяған, уның тағы ла 100 метры ҡала.
Сарала район хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов һәм башҡа рәсми ҡунаҡтар ҡатнашҡан.
Был объект августа тормошҡа ашырылырға тейеш. Проектты иһә былтыр майҙа тормошҡа ашыра башлағандар ине.
Яңы Күл ауыл советы башлығы Булат Ханов әйтеүенсә, яңы парк биләмәһенә халыҡ яратып йөрөй, унда район кимәлендәге саралар уҙғарыла.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/134698
Фото Нуриман районы хакимиәте сайтынан.