

Ил Президенты В. Путиндың “май указдарына” ярашлы тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел звеноны модернизациялау” программаһы буйынса Балтас үҙәк дауаханаһының поликлиникаһындағы нур диагностикаһы кабинетын ремонтлау өсөн федераль ҡаҙнанан 3 миллион 800 мең һум аҡса бүленгән.
“РИМ” комплексы стационар һәм поликлиника рентген кабинеттарында эшләү өсөн тәғәйенләнгән.
Балтас дауаханаһынының табип-рентгенологы Алиса Абрарова әйтеүенсә, хәҙер уларҙың кабинет хеҙмәткәрҙәренә һәм пациенттарға минималь нур көсөргәнеше менән сифатлыраҡ тикшереүҙәр үткәреү мөмкинлеге барлыҡҡа килгән.
“Комплекс төрлө йәштәге кешеләргә рентген тикшереүҙәренең тулы спектрын эшләү мөмкинлеген бирә, шулай уҡ, оло йәштәгеләргә һәм йәрәхәтләнгәндәргә, хәрәкәт мөмкинлеге сикләнгәндәргә.
Заман талаптарына ярашлы ҡорамал сирҙәрҙе диагностикалауҙы бөтөнләй яңы кимәлгә күтәрә, ауыр сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡлау мөмкинлеге бирә. Һүрәттәрҙе баҫтырыу өсөн пленкалы стандарт кассеталар ҡулланыласаҡ.
Беҙ “Һаулыҡ һаулау” милли проекты ошондай ҙур мөмкинлек биргәнгә бик шатбыҙ, сөнки ул төбәк халҡына ваҡытлы һәм сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү алымдарын бермә-бер арттыра”, – ти табип.
Әле кабинет тейешле тикшереүҙәр үтә һәм тиҙҙән ишектәрен асасаҡ.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/134733
Фото Балтас районы хакимиәте сайтынан.