Милли проекттар
11 Август 2021, 05:30

Стәрлетамаҡта юлдар яҡшыра

Стәрлетамаҡ ҡалаһында махсус комиссия юлдарҙың сифатына тикшереү үткәрҙе. 

Стәрлетамаҡта юлдар яҡшыраСтәрлетамаҡта юлдар яҡшыра
Стәрлетамаҡта юлдар яҡшыра

Комиссия составына ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Юрий Тротт, ҡаланың Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре, Ҡала советы депутаттары, “Капиталь төҙөлөш идаралығы” муниципаль бюджет учреждениеһы инженерҙары, хакимиәттең сәнәғәт, транспорт һәм элемтә бүлеге хеҙмәткәрҙәре, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы һәм подряд ойошмалары белгестәре ингән.

Быйыл ҡалала оҙонлоғо 12 километр булған юл ремонтлана, эш бөтә объекттарҙа ла тиерлек тамамланған, подряд ойошмалары асыҡланған иҫкәрмәләрҙе төҙәтә. Өҫкө ҡатламды һалыу өсөн “А1” маркалы асфальт-бетон ҡатнашмаһы ҡулланылған. Һаҡсыллыҡ һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән матди ресурстар ҡаланың Октябрь проспектында Мәңгелек уттан алып Коммунистик урамға тиклемге арауыҡта ремонт яһарға мөмкинлек бирәсәк.

Юрий Волдемарович әйтеүенсә, ошо милли проект сиктәрендә ҡалала биш яңы светофор ҡуйылған, йәйәүлеләр өсөн юл аша сығыу урындарында өҫтәмә яҡтыртҡыстар урынлаштырылған.

Фото: БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы сайтынан.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас