

Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының өҫтөнлөклө бурыстарының береһе. Уны тормошҡа ашырыуҙа Ауырғазы районы Талбазы Үҙәк район дауаханаһы менән берлектә әүҙем ҡатнаша.
Әлеге кеүек ауыр мәлдәрҙә лә, республика ауылдарҙа социаль объекттар асыу өсөн аҡса һәм мөмкинлек таба. Был тәү сиратта район хакимиәтенең әүҙемлеге һәм үҙ башланғыстарын тормошҡа ашырырға тырышыуҙарынан тора. Әле төбәк прогаммаһы сиктәрендә районда йәнә ике фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөү планлаштырылған. Улар Балыҡлыкүл һәм Мәнеү ауылдарында асыласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Ауырғазы районында биш яңы ФАП асылды. Хәҙер был объекттар Уҫман, Туҡай, Иҫке Ибрай, Таштамаҡ һәм Ҡорманай ауылдарында бар. Яҡты, йылы, уңайлы модулле ФАП-тар барлыҡ заман талаптарына һәм санитар нормаларға яуап бирә.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты – кешеләр янында булған һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһы. ФАП асыу кешеләргә ярҙамдың яҡында булыуына ышаныс бирә, уларҙың үҙ табибы, үҙ фельдшеры бар, был кешеләр һәр ғаиләне, уның проблемаларын белә һәм һәр саҡ ярҙам итә. Шуға күрә Ауырғазы районында беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү өлкәһен модернизациялауға ҙур иғтибар бүленә. Ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған милли проекттар тап ошо маҡсаттарҙы үтәүгә йүнәлтелә лә инде.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/135549
Фото: Ауырғазы районы хакимиәте.