

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты һәүәҫкәр коллективтарға ҙур фестивалдәр һәм конкурстарҙа ҙур сәхнәләрҙә үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинлеге бирә. Әгәр ул конкурстарҙа еңһәләр, грант та ала алалар. Нефтекама ҡалаһының мәҙәниәт үҙәгенә ҡараған “Виктория” өлгөлө эстрада-спорт бейеүҙәре ансамбле йыл дауамында күп төрлө фестиваль һәм конкурстарҙа ҡатнаша, уларҙа тик призлы урындар яулай. Ә уларҙың отчет концерттары һәр ваҡыт тулы залдар йыя.
“Весна священная” фестивалендә еңеүе арҡаһында ансамбль тәрбиәләнеүселәрендә күп балаларҙың хыялын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Улар Ҡара диңгеҙ ярында урынлашҡан “Артек” Халыҡ-ара балалар үҙәгенә ял итергә бара аласаҡ.
Был коллективта шөғөлләнгән Айнур Хафизов белдереүенсә, улар бик шат.
“Етәкселәребеҙ Виктор Мухин, Азамат Шәмсиғәлиевҡа илебеҙҙең иң билдәле шифаханаһында ял итеү мөмкинлеге өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Артабанғы ижади еңеүҙәр өсөн бөтә көстәребеҙ һәм һәләттәребеҙҙе һаласаҡбыҙ”, – ти ул.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Мәҙәниәт министрлығы.
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/135554