

Үҙенең 75 йыллыҡ юбилейын ҡаршылап, Октябрьский ҡалаһы яңы төҫ ала. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” төбәк проекты сиктәрендә, ҡала округында йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә. Октябрьскийҙа бөгөн өс йәмәғәт биләмәһендә эштәр ҡайнай, ә программа башланғандан алып 10 объект яңыртылған.
25-се биҫтәнең 8-се мәктәбе эргәһендә ҡала халҡы өсөн газондар, брусчаткалар, әкиәт персонаждары менән яңы ял итеү урыны төҙөлә.
Яңы скверға исемде халыҡ үҙе уйлаясаҡ. Ошо маҡсатта тауыш биреү ойошторолған.
“Быйыл скверға брусчатка түшәлде, уйын элементтары һәм хәүефһеҙ япма урынлаштырылды. Әҙерәк көндәр һыуынғас, йәшелләндереү дауам ителәсәк. Беҙҙең ҡалала йәшәүселәр бик әүҙемдәр, скверға исемде лә үҙҙәре уйлап хәл итер. Ҡала тормошона битараф булмағандары, әүҙемлектәре өсөн барыһына ла ҙур рәхмәт”, - ти коммуналь хужалыҡ һәм торлаҡ контроле бүлеге начальнигы В. Давыдова.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан