

Төбәктә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә Архангел районы хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”тәре даими үткәрелеп килә. Унда инвестиция проекттары һәм бизнес ниәттәр тикшерелә.
Быйыл мартта “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”ендә Рауил Ситдиҡов ҡатнашып, һыу ҡойоу проектын тәҡдим иткәйне. Бизнесменға бина мәсьәләһе буйынса ярҙам күрһәтелгән, унда ул ремонт эшләгән.
Әлеге ваҡытта цехта һыу таҙартыу ҡорамалдарын ҡуйыу буйынса әүҙем эштәр алып барыла.
Бында ике даими эш урыны булдырыласаҡ. Цех ике айҙан асыла, тип планлаштырыла.
Эшҡыуар әйтеүенсә, таҙа эсәр һыу менән сауҙа итеү – килемле бизнес, был тормош ихтыяжы. Ул киләсәктә “Архангел шишмәһе” исемендәге автоматик һыу ҡойоу линияһын да асырға ниәтләй.
Әйтергә кәрәк, Архангел һыуын халыҡ яратып һатып ала, был – район биләмәһендәге өсөнсө цех. Таҙа һыуға ихтыяж да арта бара.
Үҙ эшен асырға ниәтләгән эшҡыуарҙарҙы иһә район хакимиәте респубиканың Инвестиция порталында теркәлергә һәм “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”ендә ҡатнашырға саҡыра.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/134758
Фото Архангел районы хакимиәте сайтынан.