Милли проекттар
13 Август 2021, 04:30

Туймазы фермеры конкурста ҡатнаша

"Ауыл кооперацияһын үҫтереү һәм фермерҙарға ярҙам итеү" милли проектына ярашлы Румил Хөснуллин "Ғаилә фермалары" конкурсында ҡатнаша.

Туймазы фермеры конкурста ҡатнашаТуймазы фермеры конкурста ҡатнаша
Туймазы фермеры конкурста ҡатнаша

Республика фермерҙарына Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы ярҙам күрһәтелә. Туймазы фермеры Румил Хөснуллин, шунан файҙаланып, "Ауыл кооперацияһын үҫтереү һәм фермерҙарға ярҙам итеү" милли проекты сиктәрендә "Ғаилә фермалары" конкурсында ҡатнашасаҡ.

Ошо көндәрҙә фермерҙың хужалығы конкурс талаптарына яуап бирәме, юҡмы икәнен Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан төҙөлгән комиссия тикшерҙе. Билдәләнеүенсә, бөгөн хужалыҡта 450 баш һарыҡ, бар уңайлыҡтары һәм тейешле ҡорамалдары булдырылған 2 корпуслы ферма бар. Конкурс һөҙөмтәләре яҡын арала билдәле буласаҡ.

Туймазы районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Динар Мөхәмәтдинов әйтеүенсә, милли проект буйынса конкурста Туймазы фермерының еңеп сығыуы ҙур әһәмиәткә эйә буласаҡ. Сөнки был еңеү уға ит етештереү даирәһен киңәйтергә һәм яңы эш урындары булдырыуға ярҙам итәсәк.

#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/136064

 

Фото: Ауыл хужалығы министрлығы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас