Милли проекттар
13 Август 2021, 05:30

Ҙур ҡалаға бәләкәй архитектура ла кәрәк

Быйыл граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү өсөн 26 фатир һатып алынасаҡ.

Ҙур ҡалаға бәләкәй архитектура ла кәрәкҘур ҡалаға бәләкәй архитектура ла кәрәк
Ҙур ҡалаға бәләкәй архитектура ла кәрәк

Өфөлә Рихард Зорге урамындағы сквер төҙөкләндерелде. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты сиктәрендә башҡарылды.

Әле бында йәшелләндереү, яҡтыртыу һәм бәләкәй архитектура формалары урынлаштырыу тамамлана. “Башҡортостан Республикаһында торлаҡ” төбәк проектына ярашлы, быйыл баш ҡала “Ағиҙел аръяғы” биләмәһендә инженерлыҡ селтәре һала. Проектты 2023 йыл аҙағына тамамларға ниәтләйҙәр. Әле был башланғысҡа ярашлы “Затон-Көнсығыш” биләмәһендәге канализация коллекторы төҙөлөшө лә бара. Бөтә эш теүәл графикка ярашлы башҡарыла.

“Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло кәметә барыуҙы тәьмин итеү” проектына ярашлы, быйыл граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү өсөн 26 фатир һатып алынасаҡ. Килешеүҙәр төҙөлгән, түләү этаплап яһаласаҡ, был фатирҙарға быйыл ноябрҙә күсергә тейештәр.

Фото: zen.yandex.ru.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас