Милли проекттар
14 Август 2021, 05:15

Алдынғы дауалау ысулдары ҡулланыла

Эндоскопия – эске органдарҙы диагностикалау ысулы. Төп өҫтөнлөгө – хәүефһеҙлектә, мәғлүмәтлелектә. Уны балаларға ла, өлкәндәргә лә үткәрергә була...

Алдынғы дауалау ысулдары ҡулланылаАлдынғы дауалау ысулдары ҡулланыла
Алдынғы дауалау ысулдары ҡулланыла

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” федераль проектына ярашлы, Бөрө үҙәк район дауаханаһы базаһындағы Амбулатор онкология ярҙамы үҙәгенә эндоскопик комплекс килтерелде. 12,3 миллион һумлыҡ ҡорамалға аҡса республика бюджетынан бүленде.

– Яңы барлыҡҡа килгән амбулатор онкология ярҙамы үҙәктәрен ҡорамалдар менән йыһазландырыу өсөн республика бюджетынан быйыл 75,5 миллион һум йүнәлтелде, – тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының проект эшмәкәрлеге бүлеге начальнигы Роза Яхина. – Алдынғы технологиялы ҡорамал медицина хеҙмәттәрен юғары кимәлдә башҡарырға мөмкинлек бирәсәк.

Эндоскопия – эске органдарҙы диагностикалау ысулы. Төп өҫтөнлөгө – хәүефһеҙлектә, мәғлүмәтлелектә. Уны балаларға ла, өлкәндәргә лә үткәрергә була. Хәҙерге заман эндоскопияһы диагностика, дауалау операциялары, биопсия алыу өсөн ҡулланыла.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлеме күрһәткесен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлеү осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциялы мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

 Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас