Милли проекттар
14 Август 2021, 06:15

Бишбүләктә – яңы спорт майҙансығы

Район үҙәгендәге Әхмәтов исемендәге парктың яҡын арала ысын мәғәнәһендә спорт һөйөүселәр үҙәгенә әүереләсәгенә ышаныс ҙур.

Бишбүләктә – яңы спорт майҙансығыБишбүләктә – яңы спорт майҙансығы
Бишбүләктә – яңы спорт майҙансығы

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған "Демография" милли проектының "Спорт – йәшәү нормаһы" федераль проекты буйынса халыҡты спортҡа ылыҡтырыу, әүҙем һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау йәһәтенән төрлө саралар күрелә. Ошо проектҡа ярашлы яңыраҡ Бишбүләк районы үҙәгенең Әхмәтов исемендәге паркында өр-яңы спорт майҙансығы сафҡа инде. 

Яңы барлыҡҡа килгән спорт майҙансығы күп функциялы. Унда төрлө тренажерҙар, классик турниктар һәм үрмәләү диуары урынлаштырылған. Ошо көндәрҙә генә резина япма түшәлгән, был төрлө күнекмәләр үткәреү өсөн уңайлы ла, хәүефһеҙ ҙә. Әйткәндәй, паркта быға тиклем дә спорт майҙансығы булған, шулай уҡ яҡында ғына физкультура-һауыҡтырыу комплексы бар. Тимәк, район үҙәгендәге был парктың яҡын арала ысын мәғәнәһендә спорт һөйөүселәр үҙәгенә әүереләсәгенә ышаныс ҙур.

Рәсәй Президенты Владимир Путин белдереүенсә, ҡуйылған маҡсаттар һанды ғына түгел, сифатлы күрһәткестәрҙе лә талап итә. Иң мөһиме – кеше һаулығы. Әйткәндәй, "Демография" милли проектының биш федераль проекты араһында "Спорт – йәшәү нормаһы" тигәне иң уңышлы тормошҡа ашырылғандар иҫәбендә.
 

Сығанаҡ: http://srk.nationalpriority.ru/press_releases/136026 

 

Фото: Бишбүләк районы хакимиәте сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас