Милли проекттар
14 Август 2021, 07:00

Ерҙе һуғарыусыларға ҡоролоҡ янамай

Быйылғы ҡоро йәй буйынса төп һығымта – республиканың ауыл хужалығына мелиорацияны әүҙем үҫтерергә кәрәк.

Ерҙе һуғарыусыларға ҡоролоҡ янамайЕрҙе һуғарыусыларға ҡоролоҡ янамай
Ерҙе һуғарыусыларға ҡоролоҡ янамай

Быйылғы ҡоро йәй буйынса төп һығымта – республиканың ауыл хужалығына мелиорацияны әүҙем үҫтерергә кәрәк. Һәр индустриаль малсылыҡ комплексы эргәһендә һуғарыу системалары булырға тейеш. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов шулай тип иҫәпләй.

“Яңы фермаларҙы һыу сығанағы булған урындарҙа төҙөргә кәрәк. Миҫал килтерәм. Мәҫәлән, Ауырғазы районындағы “Урожай” ауыл хужалығы кооперативы люцернаны быйыл инде өсөнсө тапҡыр йыя, сөнки унда ер дымландырыла. Һауа шарттары ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың малдары аҙыҡһыҙ ҡалыр тигән хәүеф юҡ. Саҡмағош районындағы “Базы” ауыл хужалығы етештереү кооперативы, Учалы районындағы “Байрамғол” агрофирмаһы һәм Ейәнсура районындағы “А7 Агро” агрохолдингы ошондай уҡ юл менән китте. Уларҙа һөт етештереү күләме артыуы күҙәтелә һәм бер ниндәй ҙә ҡоролоҡ янамай. Улар дөрөҫ ҡарар ҡабул иткән, ошо уҡ юл буйынса башҡалар ҙа китергә тейеш", – тине Илшат Фазрахманов.

Министр белдереүенсә, 2022 йылдың 1 ғинуарынан мелиорация системаһын булдырыуға киткән сығымдарҙың яртыһын ҡаплау ҡаралған яңы дәүләт программаһы тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.

Республика етәкселеге был федераль программала әүҙем ҡатнашыу һәм 2030 йылға тиклем Башҡортостанда һуғарылыусы ерҙәрҙе 100 мең гектарға еткереү маҡсатын ҡуя. Илшат Фазрахмановтың фекеренсә, ерҙәрҙе һуғарыу шәкәр сөгөлдөрө, кукуруз, көнбағыш һәм рапс кеүек техник культураларҙы үҫтереүҙә лә ҡуллланылырға тейеш. 

Һыратау һәм Пенза өлкәләрендә эшләгән “Агродинамика” компаниялар төркөмө киләһе йыл Баймаҡ районында 2,5 мең гектар майҙанда һуғарыу системаһы төҙөргә йыйына, ә дөйөм алғанда, ун мең гектар майҙанда мелиорация эштәре ҡаралған. Был Әбйәлил, Учалы һәм Хәйбулла райондарына ла ҡағыласаҡ.

Әлеге проект алдараҡ “Инвестиция сәғәте”ндә тәҡдим ителде. Ул Башҡортостандың ҡоролоҡло райондарында уңышты арттырыуға, төбәктең экспорт ҡеүәтен күтәреүгә һәм урындарҙа 200 яңы эш урыны булдырыуға мөмкинлек бирәсәк. Инвестиция күләменең дүрт миллиард һумдан ашыуы көтөлә. 4 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында был өлкәлә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған.

Әле республикала 402 мең гектарҙа 175 һуғарыу системаһы бар, әммә инфраструктура 90 процентҡа иҫкергән, сөнки улар 1970 – 1980 йылдарҙа төҙөлгән булған.

Мелиорация тураһында дәүләт программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итәсәк.



#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас