

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указадарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә “Ашығыс экспорт ярҙамы” Әлшәй, Нуриман һәм Стәрлетамаҡ райондарына булдырылды.
– Эшҡыуарҙар йәмәғәтселегенең урында етештерелгән тауарҙарын һәм хеҙмәттәрен эспортҡа тәҡдим итергә теләге артыуын күҙәтәбеҙ. Беҙҙең ведомство-ара команда илдә етештерелгән аҙыҡ-түлекте сит ил ҡулланыусыларына тәҡдим итеү юлдарын еңелләштереү өҫтөндә даими эшләй. Бының өсөн республика предприятиеларына консультация бирәбеҙ һәм уларҙың экспорт эшмәкәрлегенә булышлыҡ итәбеҙ. Муниципаль райондар әле генә эш башлап торған уңышлы предприятеларға бай. Беҙ был йәһәттән һәр эшҡыуарға ярҙам итергә әҙербеҙ, шуға ла “Ашығыс экспорт ярҙамы” менән урындарға сығыуҙы дауам итәсәкбеҙ, – тип билдәләне Башҡортостандың Тышҡы бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева.
Экспорт буйынса эксперттарҙың өс командаһы 14 предприятиела булды. Осрашыуҙар барышында эшҡыуарҙар контрагенттар менән эшләү буйынса кәңәштәр алды. Шулай уҡ экспортты үҫтереү буйынса артабанғы саралар билдәләнде, етештереү барышын ҡаранылар.
Башҡортостандың Тышҡы бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитетының “Ашығыс экспорт ярҙамы” белгестәренән кәңәш алыу өсөн “Башҡортостан Республикаһының экспортҡа ярҙам итеү үҙәге”нә +7 (347) 246-68-16 телефоны йәки exportcenter@bashkortostan.ru электрон почтаһы аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.
“Ашығыс экспорт ярҙамы” проекты быйыл февралдә эшләй башланы. Ул бөгөнгә ҡарата 140 компанияға ярҙам күрһәткән.
#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Фото: Башҡортостандың Тышҡы бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты сайтынан.