

Нефтекамала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Демография” милли проекты буйынса ҡаланың спорт мәктәбе өсөн инвентарь, ҡорамалдар һәм экипировка һатып алыуға 16 муниципаль контракт төҙөлгән.
Дөйөм күләме 1734252,21 һумлыҡ 9 һатып алыу туранан-тура килешеү төҙөү юлы менән үткән булһа, шул иҫәптән 5 контракт аша 1215750,20 һумлыҡ тауар тәғәйен урынға килеп еткән, ҡалған 4 контракт буйынса эш тамамланмаған әле. Конкурс процедуралары буйынса дөйөм контракттарҙың тәүге иң юғары хаҡы 2136511,68 һумлыҡ 9 электрон аукцион иғлан ителгән. 1664 302,96 һумға 8 муниципаль контракт төҙөлгән. Бер аукцион үтмәне тип табылған һәм уның буйынса килешеү төҙөлмәгән. Ғөмүмән, аукциондар һөҙөмтәһендә 20,93 процентлыҡ экономияға өлгәшелгән. Дөйөм хаҡы 805066,16 һумлыҡ 5 контракт нигеҙендә тауарҙар алынған, 2-һе буйынса эш әле тамамланмаған.
“Демография” милли проекты һәм “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты нигеҙендә спорт мәктәбе өсөн инвентарь, ҡорамалдар һәм экипировка һатып алыуға бүленгән аҡсаны быйылғы 1 ноябргә тиклем тулыһынса үҙләштереп бөтөү планлаштырыла.
#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Фото: Нефтекама ҡалаһы хакимиәте сайтынан.