

Өфөлә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты буйынса Парк урамы йүнәтелә башлағайны. Объект быйыл 29 октябрҙә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш ине, әммә ошо көндәрҙә эште тамамлап та ҡуйҙылар.
Әлбиттә, төҙөлөш ойошмаһына һуңғы йылдарҙа ныҡ таушалған, соҡорланып, ярылып бөткән ярты километрлыҡ юлды яңыртыу һис тә еңел бирелмәгән. Мәғлүм булыуынса, Өфө халҡынан урындағы хакимиәткә был урам буйынса ялыуҙар йыш килә ине, әммә ремонт өсөн аҡса тиҙ генә табылманы. Йыл һайын ямай торғас, асфальттың имен ере ҡалмағайны.
Эш барышында подряд ойошмаһы яңы асфальт-бетон ҡатламы йәйгән, сикләүсе таштарҙы алмаштырған, тротуарҙарҙы һәм машина ҡуйыу урындарын яңыртҡан. Бынан тыш, коммуникацияларҙы киренән ҡорғандар, һәйбәт яҡтыртҡыстар элгәндәр. Өҫтәмә юл билдәләре лә барлыҡҡа килгән.
Капиталь ремонтта заманса технологиялар ҡулланылған.
Ғөмүмән, быйыл Өфөлә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы дөйөм оҙонлоғо 20 километрҙан ашыу булған 11 юл участкаһын яңыртасаҡтар.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.