Милли проекттар
15 Августа 2021, 05:30

Сәйетбабала хоккей ҡабы буласаҡ

“Хоккей спортын үҫтерергә ваҡыт! Команда төҙөй башлайбыҙ”, – тине ауыл советы хакимиәте башлығы Венер Ҡунафин.

Сәйетбабала хоккей ҡабы буласаҡСәйетбабала хоккей ҡабы буласаҡ
Сәйетбабала хоккей ҡабы буласаҡ

Ғафури районында йәки Башҡортостанда ғына түгел, бар донъяла иң ҙур башҡорт ауылы тип һаналған Сәйетбабала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы билдәләнгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын һәм “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын уңышлы тормошҡа ашыралар. Һөҙөмтә булараҡ, мәҙәниәт йорто алдындағы биләмәлә хоккей ҡабы барлыҡҡа килде.

20х40 метр ҙурлыҡтағы боҙ майҙансығы хәүефһеҙлек тәьмин итеү маҡсатында 1,5 метр бейеклектәге тимер селтәр менән уратылған. Ул файҙаланыуға әҙер, тиергә мөмкин. Гандбол һәм мини-футбол уйнау өсөн ҡапҡалар ҡуйырға ғына ҡалған.

“Хоккей спортын үҫтерергә ваҡыт! Команда төҙөй башлайбыҙ”, – тине урындағы ауыл советы хакимиәте башлығы Венер Ҡунафин.

 

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/136591

 

 

Фото: Ғафури районы хакимиәте сайтынан.

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас