Милли проекттар
15 Август 2021, 06:30

Тротуар ҙа – тормош сифаты билдәһе

Ҡалтасыла Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе күп функциялы үҙәк бинаһы алдындағы тротуар яңыртыла башланы.

Тротуар ҙа – тормош сифаты билдәһеТротуар ҙа – тормош сифаты билдәһе
Тротуар ҙа – тормош сифаты билдәһе

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы билдәләнгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты һәм “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты буйынса Ҡалтасы районы үҙәгендә тротуарҙы яңырталар. Был эштең төп маҡсаты – халыҡ өсөн сифатлы һәм уңайлы шарттар тыуҙырыу.

Карл Маркс урамында торған “Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе күп функциялы үҙәк” республика дәүләт автономиялы учреждениеһы бинаһы алдындағы тротуар тураһында һүҙ бара. Бик ҙур эш булмаһа ла, ул бик кәрәкле. Кеше өсөн ямғырҙан һуң күләүектәр йәки батҡаҡ буйлап түгел, ә таҙа тротуарҙан атлап барыу үҙе бер ҡыуаныс бит.

 

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/136365

 

 

Фото: Ҡалтасы районы хакимиәте сайтынан.

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас