Милли проекттар
16 Август 2021, 07:15

Ҡариҙелдә Фидаил Сафин менән осрашыу булды

“Тере китап” халыҡ-ара проекты илебеҙҙә инде бер тиҫтә йыл ғәмәлдә. Уны 2000 йылда Данияның Копенгаген ҡалаһында уйлап сығарған булғандар.

Ҡариҙел районында яҙыусы һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе Фидаил Сафин менән йәнле ижади осрашыу үтте.

“Тере китап” халыҡ-ара проекты илебеҙҙә инде бер тиҫтә йыл ғәмәлдә. Уны тәүге тапҡыр 2000 йылда Данияның Копенгаген ҡалаһында уйлап сығарып, ойоштора башлағандар. Рәсәйгә 2010 йылда килеп еткән, ә илебеҙҙәге тәүге “Тере китап” 2011 йылда уҙғарылған. Шунан бирле акция ҡаланың 20-нән ашыу ҡалаһында үтә, шул иҫәптән Ҡариҙел районындағы смарт-китапханала ла.

Сараның маҡсаты – халыҡҡа рәсми булмаған шарттарҙа төрлө төркөм вәкилдәре менән осрашыу ойоштороу. Был, ҡалыпҡа һалынған тәртиптәрҙән арынып, йәмғиәттә үҙ-ара аңлашыусанлыҡты арттырыуға булышлыҡ итә.

Фидаил Әбелғаян улы осрашыу ваҡытында үҙе һәм әҫәрҙәре тураһында һөйләне, Ҡариҙел районының тарихы буйынса, шулай уҡ шәжәрә төҙөгәндә нәҫелде өйрәнеү юлдары хаҡында һорауҙарға яуап бирҙе.  

Осрашыу "PRO.Культура" сайтында тура эфирҙа күрһәтелде. Китапхана директоры урынбаҫары Эльвина Каменева: "Әле яңыраҡ ҡына сараларҙы тура эфирҙа күрһәтеү тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял кеүек ине. “Мәҙәниәт” милли проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә иһә һатып алынған ҡорамалдар ярҙамында уны ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеге тыуҙы. Беҙ заман менән бергә атларға тырышабыҙ. Китапхананы яңыртыу эшебеҙҙе тулыһынса үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итте", – тип аңлатты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Мәҙәниәт” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителде һәм бойомға ашырыла.


#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Фото: рәсми сығанаҡтарҙан.

Ҡариҙелдә Фидаил Сафин менән осрашыу булды
Ҡариҙелдә Фидаил Сафин менән осрашыу булды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас