Милли проекттар
16 Август 2021, 07:00

Эш һәр кемгә кәрәк

Әле эшһеҙ граждандар менән өс яҡлы 23 килешеү төҙөлгән. Уҡыуҙы тамамлағандарҙы эш менән тәьмин итеү гарантияланған.

Эш һәр кемгә кәрәкЭш һәр кемгә кәрәк
Эш һәр кемгә кәрәк

“Алға” айырым иҡтисади зонаһы резиденты булған “Аркада” сәнәғәт берекмәһе вәкилдәре Мәләүез ҡалаһында эш эҙләүсе граждандар менән осрашты. Мәләүез ҡалаһы һәм районы халҡы эш биреүсе тәҡдим иткән вакансиялар һәм эш шарттары менән танышты.

Осрашыуҙың маҡсаты – мәшғүл булмаған кешеләрҙе “Һанлы ҡорамалда эшләү белеме булған тегеү операторы” компетенцияһына уҡыуға йәлеп итеү һәм эшкә урынлаштырыу. Уҡыу үҙәге директоры урынбаҫары Светлана Ҡәҙимова уҡытыуҙы ойоштороу тураһында һөйләне. “Аркада” сәнәғәт берекмәһенең  етештереү бүлеге етәксеһе Гөлназ Наставшева тегеү прозводствоһындағы хеҙмәттең өҫтөнлөктәре, түләүҙәр һәм социаль гарантиялар, асыласаҡ фабрикала карьера үҫеше тураһында аңлатма бирҙе.

Берекмәнең буласаҡ хеҙмәткәрҙәре “Демография” милли проектының “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” федераль проектына ярашлы белем аласаҡ. Тыңлаусылар тәүге этапта вебинар майҙанында ситтән тороп шөғөлләнәсәк, икенсе этапта Учалы тегеү фабрикаһы базаһында практика үтәсәк. Был фабрика әлеге ваҡытта – һанлы программа идараһы булған берҙән-бер производство майҙаны. Тыңлаусылар төркөмөн туплау башланған. Бөтә һорауҙар менән Мәләүез районы буйынса Көньяҡ район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәге филиалына мөрәжәғәт итергә була (Мәләүез ҡалаһы, Доковская урамы, 11а, телефон: 3-17-01, 3-00-80).

Әле эшһеҙ граждандар менән өс яҡлы 23 килешеү төҙөлгән. Уҡыуҙы тамамлағандарҙы эш менән тәьмин итеү гарантияланған.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” федераль проектын тормошҡа ашырыу барышында 2024 йылға ошондай мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк буласаҡ: хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү нигеҙҙәрен өйрәнеүгә йүнәлтелгән кадрҙар әҙерләү системаһын формалаштырыу, шул иҫәптән һанлы технологияларҙы һәм платформалы ҡарарҙарҙы файҙаланыу менән; хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫешенә ҡамасаулаған норматив-хоҡуҡи  һәм административ сикләүҙәрҙе ҡыҫҡартыу, шулай уҡ иҫкергән һәм аҙ етештереүсән эш урындарын алмаштырыу юлы менән.

ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

 

 

 

Эш һәр кемгә кәрәк
Эш һәр кемгә кәрәк
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас