Милли проекттар
16 Август 2021, 06:30

Нефтекамала ике проект ҡаралды

Дәүләттән талап ителгән ярҙам: ҡуртымға ер участкаһы менән тәьмин итеү, Махсус социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты статусын биреү, финанс һәм мәғлүмәт йәһәтенән булышлыҡ.

Нефтекамала ике проект ҡаралдыНефтекамала ике проект ҡаралды
Нефтекамала ике проект ҡаралды

Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын хуплау” милли проекты сиктәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында осрашыу уҙғарҙы. 

Кәңәшмәнең төп өлөшөндә әле эшләгән бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары тәҡдим иткән ике инвестиция проекты ҡаралды:

– 30 миллион һумға торошло ике футбол майҙаны төҙөү;

– заманса икмәк бешереү цехы асыу һәм һигеҙ эш урыны булдырыу.

Дәүләт тарафынан талап ителгән ярҙам: ҡуртымға ер участкаһы менән тәьмин итеү, Махсус социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты статусын биреү, финанс һәм мәғлүмәт йәһәтенән булышлыҡ күрһәтеү.

Проекттар бизнес-шериф, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары һәм Нефтекама ҡалаһындағы “Минең бизнес” үҙәге” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы етәксеһе ҡатнашлығында ҡаралды һәм уларҙы үтәү буйынса аныҡ ваҡыттар ҡуйылды.

Эшҡыуарҙарҙы эшлекле тәҡдимдәре менән аҙна һайын үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашырға саҡыралар. Бының өсөн түбәндәге адрестар, телефондар буйынса алдан мөрәжәғәт итергә кәрәк:

https://investrb.ru/ru һылтамаһы буйынса;

+7 (917) 7463651 телефоны аша;

torg_08@mail.ru электрон почтаһына.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын хуплау” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыу маҡсаттарына тура килә.


#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/136854

 

Фото: Нефтекама ҡалаһы хакимиәте сайтынан.

Нефтекамала ике проект ҡаралды
Нефтекамала ике проект ҡаралды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас