Шарандың Үҙәк район мәҙәниәт йортона 17 урынлыҡ “ГАЗель Next” маркалы бәләкәй пассажирҙар автобусы алынды.
– Транспорт сараһы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә райондың төрлө ауылдарына сығып концерттар ойоштороу, республика сараларына йөрөү өсөн ныҡ кәрәк. Төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға ла мөмкинлектәр артасаҡ, – тип һөйөнөс уртаҡлаштылар район хакимиәтендә.
Автотранспорт “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ватан мәҙәниәте” проекты ярҙамында алынған. Ошо маҡсатта федераль бюджеттан – 1,7 миллион һум, республика бюджетынан 232 мең һум һәм урындағы ҡаҙнанан 101 мең һум аҡса бүленгән.
Автобусты файҙаланыуға тапшырыу айҡанлы тиҙҙән Шарандағы Үҙәк район мәҙәниәт йорто алдында тантана уҙасаҡ.
Республикала мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. “Бәләкәй ватан мәҙәниәте” проекты ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Фото: рәсми сығанаҡтарҙан.