Милли проекттар
16 Август 2021, 05:30

Туризмға сик юҡ

Салауат районы биләмәһендә, Йүрүҙән йылғаһы буйында туризм буйынса республика ярыштары үтте. Унда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 230-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Туризмға сик юҡТуризмға сик юҡ
Туризмға сик юҡ

Быйыл “Туризмға сик юҡ” проекты Рәсәйҙең Президент гранттары фондынан финанс ярҙамы алды. Был сара шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсаттарына ла тура килә.

Проект спорттың еңелләштерелгән төрҙәрен үҫтереү, физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе туризмға ылыҡтырып, уларҙы сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, реабилитациялау һәм йәшәү сифатын яҡшыртыу кеүек маҡсаттар ҡуя.

Яңыраҡ Салауат районы биләмәһендә, Йүрүҙән йылғаһы буйында туризм буйынса республика ярыштары үтте. Унда Башҡортостандан, шулай уҡ күрше төбәктәрҙән һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән 230-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Сарала ориентир, велотуризм, һыу һәм йәйәүлеләр туризмы кеүек спорт төрҙәрендә көс һынаштылар. Бынан тыш, яхта, елкән спорты һәм ҡаяға үрмәләү буйынса өҫтәмә майҙансыҡтар ойошторолдо. Беҙҙең Хәйбулла районынан Нәйлә Сәйфуллина, Андрей Тарасов, Радик Йәнбирҙин, Айтуған Ҡыуатов һәм Әнүәр Исламов килгәйне. Улар бер нисә ярышта призлы урындарға өлгәште, һөҙөмтәлә дөйөм команда иҫәбе буйынса районыбыҙ өсөнсө урынға сыҡты.

 

#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Автор: Фидан Хәкимов.

 

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/136742 

 

 

Туризмға сик юҡ
Туризмға сик юҡ
Туризмға сик юҡ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас